+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2019, 18:34

Республикала февраль айында өҫтәлмә ял көндәре көтөлмәй

Уҙған йылда Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика халҡы өс көн дауамында ял итһә, быйыл иһә оҙайлы байрамдар көтөлмәй. 23 февраль шәмбегә тура килә. Дүшәмбе, 25 февраль, барыһын да эш көнө көтә.

Федераль мәшғүллек үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, байрам ял көнөн йомаға, унынсы майға, күсерәләр. Йома, 22 февралдә, эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика халҡын март-май айҙарында оҙайлы ял көндәре көтә. 8- 10 март, 1 - 5 һәм 9- 12 май –ял көндәре тип иғлан ителә. Шулай уҡ, Башҡортостан халҡы Ураҙа-байрамда-4 июндә, Ҡорбан байрамында- 12 августта һәм Республика көнөндә - 11 октябрҙә ял итәсәк.
Читайте нас: