-4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Февраль 2019, 11:08

Һауа шарттарына бәйле М-5 һәм М-7 федераль трассаларына сыҡмай тороу хәйерле

Татарстандан яуым-төшөмлө атмосфера фронты яҡынайыуға бәйле, Республика дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе М-5 һәм М-7 федераль трассаларына, шулай уҡ көнбайыш райондарҙың муниципаль- ара юлдарға сыҡмай тороуҙарын үтенә.

Татарстандан яуым-төшөмлө атмосфера фронты яҡынайыуға бәйле, Республика дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе М-5 һәм М-7 федераль трассаларына, шулай уҡ көнбайыш райондарҙың муниципаль-ара юлдарға сыҡмай тороуҙарын үтенә.
Шулай уҡ юлда мөмкин тиклем иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын арттырмаҫҡа кәңәш ителә. Автоинспекция экипаждары юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ярҙамға килергә әҙер. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн киске 8-ҙән республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы көтөлә.
Ел тиҙлегенең секундына 15-20 метрға етеүе ихтимал. Бөгөн көндөң икенсе яртыһынан 8 февраль төнөнә тиклем республиканың көнбайыш райондарынан башлап ҡар яуыуы, көслө буран булыуы, юлдарҙа күреү мөмкинлегенең 500 метрҙан да кәмерәк арауыҡҡа сикләнеүе көтөлә.
Читайте нас: