Башгидрометүҙәк белгестәре һауа торошо тураһындағы мәғлүмәт менән таныштырҙы.Йома күп кенә райондарҙа ҡар яуыуы, буран сығыуы көтөлә. Юлдарға көрт һалыуы ихтимал.
Метеорологтар мәғлүмәттәре буйынса, ел көньяҡтан талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -14°. Көндөҙ ун бер градус һалҡын.
Алдағы ике көндә республикала бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, һауа температураһы түбәнәйәсәк.