Өфөнөң сауҙа үҙәктәренең береһендә санкция аҫтына эләккән сыр асыҡлана.Уның дөйөм ауырлығы 3 килограмм тәшкил итә. Рейд таможня, республиканың ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығы һәм Өфө транспорт прокуратураһы тарафынан ойошторола.
«Дорблю» исеме аҫтындағы сыр Германияла етештерелә. Тауар ҡаланың сауҙа комплекстарының береһендә асыҡлана. Продукция тартып алына һәм Ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығына тапшырыла.
Рөхсәт ителмәгән тауарҙар менән һатыу итеү, уларҙы һаҡлау осраҡтары тураһында 8-347-272-66-33 телефонына хәбәр итеү һорала.