Республикала яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләк йыйылмаһы хаҡы 420 һумға артыуы мөмкин. Шул уҡ ваҡытта, йыйылманың составы ла кәмейәсәк. Проект Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында баҫылып сыға.
Шулай итеп, хәҙер йыйылма 1180 һум урынына 1600 һум тәшкил итәсәк. Күҙаллауҙарынса, ата-әсәләр составында ете әйбер- йомшаҡ юрған, баш кейеме, күлдәк һәм башҡа кәрәкле өҫ кейемдәре тәшкил иткән йыйылма аласаҡ. Шулай уҡ,Башҡортостан Башлығы исеменән рәхмәт хаты тапшырыласаҡ.
Әлеге ваҡытҡа бүләк йыйылмаһы хаҡы 1180 һум. Комплектта ун бер предмет иҫәпләнә. «Ъ-Уфа» гәзите белдереүенсә, ведомство хаҡтың ҡыйбатайыуын НДС-тың күтәрелеүе һәм әйберҙәрҙең сифаты яҡшырыуы менән аңлата.