+23 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
11 Февраля 2019, 09:28

Башҡортостандағы сүп-сар реформаһының эше юғары баһалана

Республикала көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм утилләштереү, икенсел сеймалға эшкәртеүгә әҙерлек ярайһы уҡ яҡшы. Тарифтар ҙа сағыштырмаса түбән, тине Рәсәй йәмәғәт палатаһы ағзалары. Мәскәү ҡунаҡтары әйтеүенсә, әҙерлек төрлө төбәктәрҙә төрлөсә.

Республикала көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм утилләштереү, икенсел сеймалға эшкәртеүгә әҙерлек ярайһы уҡ яҡшы. Тарифтар ҙа сағыштырмаса түбән, тине Рәсәй йәмәғәт палатаһы ағзалары. Мәскәү ҡунаҡтары әйтеүенсә, әҙерлек төрлө төбәктәрҙә төрлөсә.
Ҡайһы берҙәрендә сүп-сар сығарыу бөтөнләй ойошторолмаған. Хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр ҙә шаҡтай айырыла. Күп кенә төбәктәрҙә тарифтар саманан тыш юғары. Йәмәғәт ойошмаһы ағзалары аҡланмаған түләүҙәрҙе етди күҙәтеүгә аласағын белдерҙе.
Башҡортостанға сүп-сар реформаһы өсөн "бишле" лә ҡуйылыр ине, әммә бер ни тиклем етешһеҙлектәр бар. Мәҫәлән, контейнерҙар етмәүе, квитанцияларҙың тәртипкә килтерелмәүе балға бер тамсы дегет өҫтәй. Ҡайһы бер фатир хужалары ҡалдыҡтар сығарыу өсөн икеләтә хаҡ түләргә мәжбүр. Ә бит республика етәксеһе айырым квитанция барлыҡҡа килгәс дөйөм хеҙмәттәрҙән сүп-сар сығарыу өсөн ҡаралған хаҡ алынып ташланырға тейеш тип белдергәйне.
Был аҙнала "Берҙәм Рәсәй " партияһы ағзалары ла республикала бындай күренештәр юҡ тип ышандырҙы. Йәнәһе лә, илдең егерме төбәгендә икеләтә түләүҙәр теркәлгән, ә беҙҙең намыҫ таҙа. Ә ысынында, барыһы ла шыма түгел.
Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылынан Гөлдәр Аҙнаева көнкүреш ҡалдыҡтарын хәҙер ауыл осондағы сүплеккә ташламай. Аҙна һайын төбәк операторы машинаһын көтөп алып, хеҙмәткәрҙәр ҡулына тапшыра.
Гөлдәр Аҙнаева, Айыусы ауылында йәшәүсе: “Сүп-сар йыйылғас тирә-яҡ таҙа. Урамда туҙып ятмай. Сүп-сарҙы эттәр туҙҙырмай”.
Айыусыла сүп-сар әлегә махсус ҡапсыҡтарға йыйыла. Ауылда контейнер урынлаштырыуҙы төбәк операторы кәрәкле тип тапмаған.
Илмир Сарбулатов, Айыусы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы: “Ауыл халҡының сүп-сары ҡалала йәшәүселәрҙеке кеүек күп түгел. Шуға ла машина аҙнаһына бер тапҡыр үтеүе етә”.
Ә бына ҙурыраҡ ауылдарҙа киреһенсә. Благовар районы Языков ауылында ла сүп-сар контейнерҙары етешмәй. Урындағы хакимиәт вәкилдәре уларҙы йәй урталарына тиклем тулыһынса тәьмин итергә планлаштырған. Ә бит көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу урындары яңы йылға тиклем хәстәрләнергә тейеш ине.
Рафаэль Еникеев, Языков ауыл биләмәһе башлығы: “Беҙҙең әлегә Языков ауылында 82 контейнер ҡуйылған. Беҙгә тағы ла 80 контейнер кәрәк. 2019 йылдың июленә тиклем беҙ был контейнерҙарҙы һатып алып ҡуйырға тейеш”.
Башҡортостандың байтаҡ төбәктәрендә әле сүп-сар йыйыу менән мәсьәлә. Өфөнөң Калинин районына ҡараған Карпов ауылын ғына алайыҡ. Бында контейнерҙар элек тә юҡ ине, әле лә халыҡ ҡалдыҡтарын Өфөнөң үҙәк өлөшөнә үҙе сығарырға мәжбүр. Төбәк операторы машиналары ауыл урамдарынан бөтөнләй үткәне юҡ. Ә айырым квитанциялар әле үк килә башлаған.
Өфөнөң Столяров урамында йәшәүселәр көндәлек ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн ике-өс тапҡыр күберәк сумма яҙылған квитанция алған. 50-нән ашыу кеше ни өсөн сүп-сар өсөн шул тиклем юғары хаҡ килде тигән һорауға яуап эҙләй.
Елена Арямнова, Өфөлә йәшәүсе: “Квитанцияла күрһәтелгән хаҡ аптыратты. Мин фатирҙа бер үҙем йәшәйем, әммә ике кеше өсөн түләргә тейешмен”.
Хаталы квитанция Яркий биҫтәһендәге күп ҡатлы һигеҙ йорт хужаһына килгән.
Лиана Сиверина, идарасы компания вәкиле: “Программала хата киткән, шуға ла сумма ике тапҡыр артыҡ яҙылған. Фатирҙа ике кеше теркәлгән осраҡта дүрт кеше өсөн, бер генә хужа булған йортҡа ике кешелек түләү квитанцияһы ебәрелгән”.
Коммуналь хеҙмәттәр бындай осраҡтарҙа техник хаталарға һылтанырға күнеккән. Ә фатир хужалары квитанциялағы мәғлүмәтте дөрөҫләп белешмә йыйырға мәжбүр буласаҡ. Бынан тыш, яңы ғына алынған квитанцияларҙа сүп-сар йыйыу хаҡы йортто тәртиптә тотоуҙа киткән сығымдарҙан алынмаған. Йәғни, төбәк операторҙарынан тыш, аҡсалар идара итеү компанияларына ла китә. Бер үк сүп өсөн ике тапҡыр түләү килеп сыға түгелме. Әлбиттә, идара итеүсе компаниялар киләһе айҙа мәғлүмәтте ҡайтанан ҡарарға вәғәҙәләй, шулай ҙа был күренеш реформаның ҡатыршылыҡтарын шымартыу кәрәклегенә ишара.
Башҡортостанда сүп-сар реформаһын ғәмәлгә ашырыу ныҡлы дүртле билдәһенә баһалана. Айырым етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә алмағанда барыһы ла уңышлы бара. Бигерәк тә Октябрьский һәм Туймазы ҡалаларындағы сүп-сарҙы төрҙәргә айырып йыйыуҙы әйтергә мөмкин. Алдынғы тәжрибәне үҙләштереп көнкүреш ҡалдыҡтарынан сеймал алырға өйрәнергә ваҡыт.
Валерий Фадеев, Рәсәй йәмәғәт палатаһы секретары, журналист: “Есть более и менее продвинутые эксперементы с раздельным сбором мусора в частности Октябрьском. И Значительная часть населения, как я понял по докладу коллег вовлечена в этот раздельный сбор. Ведь заставить, обьяснит, побудеить людей собирать в отдельные контейнеры это одно. Но порой показывают людий мусор в отдельные контейнеры собирают, приезжает машина она это все в одну собирает, вот этого допускать нельзя”.
Әлегә Башҡортостандың күпселек өлөшөндә сүп-сарҙы төрҙәргә айырып йыйыу тураһында һүҙ йөрөтөү ҡыйын. Тәү сиратта уны йыйыуҙы ойоштороу, тарифтар мәсьәләһенә аныҡлыҡ индерергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ай ярым самаһы элек башланып киткән реформаның төп маҡсаты әлбиттә, ҡалдыҡтарға, тимәк, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Бының өсөн иһә тотош йәмғиәттәге аңлайышты үҙгәртеү мөһим. Реформа уңышлы бойомға ашһын өсөн сүп-сарға ла сеймал күҙлегенән ҡарарға өйрәнергә ваҡыт ти,- белгестәр.
Читайте нас