Сәләмәт булырға теләһәгеҙ, тормош рәүешегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Диванда һуҙылып ятыу урынына, саф һауала йөрөп килегеҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ.
Һаулыҡ өсөн мөһим А, В5, С, Д, F, PP витамындарына бай аҙыҡ менән туҡланыу. Бето-кератин һәм А витамины ҡыҙыл бороста, ҡабаҡта, кишерҙә, помидорҙа бар. Улар яман шештән һаҡлай. С витамины гөлйемештә, ҡыҙыл ҡарағатта, әсе кәбеҫтәлә, лимонда, әфлисунда күп. Ул төрлө йоғошло сирҙәрҙән ҡурсалай, сәләмәтлекте нығыта. Нервыларҙы тынысландырыу һәләтенә эйә В витаминының сырҙа, сәтләүектәрҙә, ярмаларҙа, борсаҡта, көнбағыш емешендә булыуы билдәле. Күҙәнәктәрҙе зарарланыуҙан һаҡлаусы Е витамины ла вирустарға ҡаршы көрәшеүсе антиоксидант булараҡ хеҙмәт итә.
Дөрөҫ туҡланыу. Өҫтәлегеҙҙә көн дә ит йәки балыҡ булһын. Кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә, ҡыҙыл борос, йөҙөм, ҡара емеш, алма, сәтләүек, һарымһаҡ, ҡыҙыл виноград, ҡара миләш, кеүек файҙалы һәм витаминдарға бай емеш-еләккә, йәшелсәгә өҫтөнлөк биреү- төрлө сирҙәрҙән һаҡлар, йәшәү көсө өҫтәр. Шулай уҡ һаулыҡтың һағында тороусы калий элементы өрөктә, ҡарабойҙайҙа, һоло ярмаһында мейестә бешерелгән картуфта бар. Ҡатыҡ, эремсек һымаҡ һөт ризыҡтары организмда тәбиғи интерферонды барлыҡҡа килтереүгә булышлыҡ итә.
Әүҙем тормош рәүеше алып барыу. Саф һауала йәйәү йөрөү, йөҙөү, гимнастика яһау, берәй спорт төрө менән шөғөлләнеү һ. Б.
Ял итеү. Эштән ҡайтҡас, булған мәшәҡәттәрҙе онотоп, ял итеп алыу, тынысланып, уйҙарыңды тәртипкә килтерә белеү ҙә һаулығыңды һаҡлауҙа ярҙам итә.