1 февралдән 31 мартҡа тиклем Башҡортостан Республикаһының барлыҡ почта бүлексәләрендә, шулай уҡ podpiska.pochta. ru сайтында 2019 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытынан алда матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы бара. Был осорҙа подписканы 2019 йылдың тәүге ярты йыллығындағы хаҡтар буйынса тултырырға мөмкин.
Ике ай ваҡыт эсендә меңләгән баҫма араһынан үҙеңә оҡшағанын һайлап яҙылырға була.
podpiska.pochta. ru сайтында үҙеңә генә түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәгән туғандарыңа ла гәзит-журнал мөмкинлек бар.
Подписка кампанияһы осоронда федераль почта операторы киң мәғлүмәт сараларының төбәк баҫмалары буйынса Эксперт советы исемлегенә ингән баҫмаларҙы тәҡдим итәсәк. Рәсәй почтаһы каталогы буйынса уларға - 25 процент, альтернатив коммерция подписка агенттары буйынса 20 процент ташлама яһала.
Был кампания осоронда ташлама алған баҫмалар исемлеге Эксперт советы менән раҫланған һәм 2500-ҙән ашыу исемдәге гәзит-журнал тәҡдим ителә.
Унда Башҡортостан Республикаһына ҡараған республика, ҡала һәм район баҫмалары ингән.
Шуны әйтеп үтәргә кәрәк, podpiska.pochta. ru/ derevo-dobra сайтында һәм почта бүлексәләрендә «Изгелек ағасы» мәрхәмәтлек акцияһы дауам итә, һәр кем үҙе теләгән балалар йортона, интернатҡа, ҡарттар йортона матбуғат баҫмаһы яҙҙырта ала.