+17 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Новости
12 Февраля 2019, 07:33

Башҡалала ата-әсәләр мәктәп ашханаларын баһалаясаҡ

Өфөнөң 12 белем биреү учреждениеһында Асыҡ ишектәр көнө үтәсәк. Сара сиктәрендә, мәктәп аш-һыуын тәмләп ҡарарға мөмкинлек буласаҡ. Был хаҡта Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Өфөнөң 12 белем биреү учреждениеһында Асыҡ ишектәр көнө үтәсәк. Сара сиктәрендә, мәктәп аш-һыуын тәмләп ҡарарға мөмкинлек буласаҡ. Был хаҡта Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Сара Совет, Киров, Ленин, Калинин һәм Орджоникидзе райондарында уҙасаҡ. Аш-һыуҙы тәмләп ҡарау 18, 74, 27, 98, 22, 10, 14, 129, 46 һанлы мәктәптәрҙә,2-се һанлы башҡорт лицейында, 68-се һанлы лицейҙа һәм 115-се һанлы гимназияла ойоштороласаҡ. График менән ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында танышырға мөмкин.
Мәктәптә туҡландырыу мәсьәләһе- ҡала хакимиәте алдында торған мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Тап дөрөҫ туҡланыу уҡыусыларҙың сәләмәтлегенә, уларҙың эшмәкәрлегенә йоғонто яһай. Әлеге ваҡытта башҡала мәктәптәрендә иртәнге аш 55-60 һум, төшкө аш- 60-75 һум тәшкил итә.
Читайте нас