0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2019, 14:06

Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүҙең 33 меңдән ашыу осрағы теркәлгән

Башҡортостанда балалар һәм өлкәндәр араһында киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү осраҡтары арта. Һуңғы аҙнала (4 февралдән 10-ына тиклем) 33 меңдән күберәк кешегә «киҫкен респиратор вирус инфекцияһы» диагнозы ҡуйылған, уларҙың 63% ашыуы (21,1 меңе) — балалар.

Башҡортостан буйынса Роспотребнадзорҙың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, республика биләмәһендә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүҙең эпидемик күтәрелеше башланыуы теркәлгән. Эпидемик сик 45,9% күтәрелгән, бынан алдағы аҙна менән сағыштырғанда 28% артҡан.
Өфөлә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыуҙың 9,9 мең осрағы теркәлгән, уларҙың яртыһынан ашыуы — балалар (5,2 мең). Өфөләр араһында ОРВИ менән сирләү эпидемик сиктән 33,6% юғары.
Киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы көсәйгән миҙгел башланыуға бәйле белгестәр шәхси профилактика сараларын иҫкә төшөрә:
халыҡ күп йыйылған урындарға барыу һәм йәмәғәт транспортында йөрөү ваҡытын ҡыҫҡартырға;
халыҡ күп йөрөгән урындарҙа битлек кейергә;
сирле кешеләр менән аралашыуҙан тыйылырға;
бинаны даими елләтергә, һыулы сепрәк менән таҙартырға;
С витамины булған аҙыҡ-түлек, һарымһаҡ һәм һуған ҡушылған ризыҡтар ашарға;
табип кәңәше менән иммунитетты күтәреүсе препараттар ҡулланырға;
ғаиләлә йәки эшләгән коллективта грипп менән ауырыусылар булһа, иҫкәртеү маҡсатында вирусҡа ҡаршы препараттар ҡабул итә башларға (табип менән кәңәшләшеп).
Читайте нас: