Өфөлә пластик шешәләрҙең ҡапҡастарын йыйыу буйынса мәрхәмәтлек акцияһы старт алды. Сара һуңында,тапшырылған ҡапҡастар эшкәртеүгә оҙатыласаҡ. Был хаҡта ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Башҡалала ун тонна ҡапҡас йыйыу бурысы ҡуйыла. Акция сиктәрендә йыйылған аҡсаға онкодиспансерҙың паллиатив бүлегенә йөҙ илле мең һумға торошло ҡоролма алынасаҡ. Тәүге мәрхәмәтлек сараһы март айында үтәсәк.
Ҡапҡастар таҙа, ҡағыҙһыҙ рәүештә ҡабул ителә. Биш йөҙ ҡапҡас бер килограмм тәшкил итә. Эшкәртеүсе ун тонна ауырлығындағы партияларҙы ҡабул итә.