+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2019, 13:36

Өфөлә яҙғы ташҡынға әҙерлек эштәре башлана

Башҡалала яҙғы ташҡынға әҙерлек эштәре башлана. Был хаҡта рәсми документ ҡала хакимиәте сайтында баҫылып сыға.

Башҡалала яҙғы ташҡынға әҙерлек эштәре башлана. Был хаҡта рәсми документ ҡала хакимиәте сайтында баҫылып сыға.
Документта хәбәр итеүҙәренсә, ҡала хакимиәтендә яҙғы ташҡынды аварияһыҙ ҡаршылау өсөн тейешле саралар планы ҡараласаҡ. Яҙғы ташҡынға ҡаршы комиссиялар 11 мартҡа тиклем ойошторолорға тейеш.
Ҡарарға Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ҡул ҡуйҙы. Әҙерлек барышы ҡала башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов күҙәтеүе аҫтында буласаҡ. Төбәктә ташҡын апрель айының башына, урталарына тура килә.
Читайте нас