Өфөлә «Бурыслы» операцияһы старт алды. Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре 21 февралгә тиклем граждандарҙың түләнмәгән штрафтарын асыҡлаясаҡ. Был хаҡта республика буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итә.
2019 йылдың ғинуар айында полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡытында бурыстарын түләмәгән 530 хоҡуҡ боҙоусоно административ яуаплылыҡҡа тарттыра. Уларҙың 334-е 1тәүлектән алып 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алына. Штрафтарҙы ваҡытында түләмәгән осраҡта, административ яуаплылыҡ ҡаралған.
Шуға күрә, бурыстарҙы ваҡытында түләп, түләү тураһындағы квитанцияларҙы полиция бүлегенә тапшырырға кәрәк. Штраф түләү тураһындағы квитанция алған ваҡытта, реквизиттарға иғтибарлы булыу мөһим. Был мәғлүмәтте ҡаланың полиция бүлегенән алырға мөмкин.