Башгидрометүҙәк белгестәре мәғлүмәттәре буйынса, кесе йома, 14 февралдә, республикала бер аҙ ҡар яуыуы, урыны менән буран сығыуы көтөлә. Көндөҙ һауа температураһы бер градусҡаса йылытасаҡ.
Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, иртәгә еңелсә буран сығыуы, юлдарҙың айырым урындарына көрт һалыуы ихтимал. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә ун алты градус һалҡын, көндөҙ бер градус йылы.
Алдағы ике көндә ҡар яуыуы көтөлә, һауа температураһы бер аҙ күтәреләсәк.