Кисә Өфөләге "Автоцентр" бинаһында көслө янғын сыҡты. Унда 11 авто һәм мотосалон, автомобилдәр өсөн кәрәк-яраҡтар кибеттәре, техниканы төҙөкләндереү үҙәге урынлашҡан була. Янғындан зыян күргән майҙан 1600 квадрат метр тәшкил итә.
Янған пластик еҫе, стеналарҙа ялҡын эҙе, тирә-яҡта һыу күләүектәре - зыян күргән бина һаман төтөн эсендә. Янғын эш көнө аҙағында башланған. Күршеләге ойошмаларҙан ваҡиғаны күреүселәр әйтеүенсә, янғын ҡурҡыныс төштө хәтерләткән.
Регина Богаткина, ваҡиғаны күреүсе: “Күрше бинала эшләйбеҙ, янғын сәғәт 4-5-тәр тирәһендә башланды. Беҙ ситкә китергә мәжбүр булдыҡ, төтөн һаман бөтмәй”...
Әлеге мәлдә ваҡиға урынында тәфтишселәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, табибтар эшләй. Белгестәр осраҡ cәбәбтәрен асыҡлай. Күҙалланыуынса, янғындың бинала иретеп йәбештереү эше барышында сығыуы ихтимал.
Павел Раскопин, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостандағы баш идаралығының бүлек етәксеһе: “Янғын сәбәбе әлегә билдәһеҙ, бары тик фараздар ғына, тикшереү эштәре дауам итә, анығыраҡ мәғлүмәттәр лаборатория тикшереүҙәре үткәс билдәле буласаҡ”.
Бәхеткә, янғында һәләк булыусылар юҡ. Биналағы 35 кешенең барыһы ла ваҡытында урамға сығып өлгөргән. Автомобилен райондан ошо үҙәккә ремонтҡа килтереүсе Динар Булатов та янғындан зыян күрмәүенә ҡыуана.
Динар Булатов, автомобиль сервис үҙәге клиенты: “Дәүләкәндән машинаны килтергәйнек. Янғын тураһында ишеткәс, хафаланып килеп еттек. Машинаға зыян булмауы ҡыуандыра. Икенсе сервисҡа алып барабыҙ”.
Янғында күрелгән матди зыян күләме әлегә билдәһеҙ. Яуаплы органдар йәнә халыҡты осраҡтан тейешле фәһем алырға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмаҫҡа саҡыра.