Төбәктә 2019 йылдың беренсе июленән торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәттәренә тарифтар хаҡы арта. Хаҡтар яҡынса 2%-ҡа күтәреләсәк. Был хаҡта республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитетында хәбәр иттелә.
Хаҡтар һыу менән тәьминиәт өсөн 1,6 процентҡа, электр энергияһына 3,6% артыу күҙаллана. Электр плитәләре менән ҡулланған граждандарға 0,7 коэффициенты һаҡлана. Газ менән тәьмин итеү 1,4%-ҡа арта.
Беренсе ғинуарҙан илдә хаҡтар 1,7%-ҡа ҡыйбатая. 1 июлдән тарифтар РФ субъекттарына ҡарап, күтәреләсәк.