Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты белгестәре төбәк халҡына бушлай операция яһаясаҡ. Был проектты тормошҡа ашырыу республиканың Һаулыҡ-һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы бойороғо буйынса башҡарыла. Ағымдағы йылдың ғинуар айы аҙағында тәүге күсмә дауалау ойошторола.
Программаның төп маҡсаты- республика халҡына урында хирургия ярҙамы күрһәтеү. Хәҙер операция яһатыу өсөн сирлеләргә сит ҡалаларға йөрөргә тура килмәйәсәк. Институт белгестәре үҙҙәре райондарға килеп, ярҙам күрһәтәсәк.
Операциялар дауаханаларҙың күҙ ауырыуҙары бүлеге базаһында башҡарыласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт менән БР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин.