Ғашиҡтар көнөндә Өфөлә тағы ла бер ғаилә барлыҡҡа килде. Бөгөн Шаҡша биҫтәһендә никах уҡытыу йолаһы ғәҙәти булмаған шарттарҙа үткәрелде - сөнки кейәү кеше холоҡ төҙәтеү колонияһында йәшәй. Иркенән мәхрүм булған йәштәрҙең тантанаһы беҙҙең сайтта.
Ҡунаҡтар урынына - колония ҡарауылсылары, бүләк - ҡыҙҙың ҡулындағы гөлләмә. Азамат менән Динара был көндө етди әҙерлек менән көтөп алған. Тормош юлында ниндәй генә кәртә булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың бер-береһенә булған хис-мөхәббәте оҙаҡ йылдар аша ла һүнмәгән. Шуға ла йәштәр бер нимәгә ҡарамай никах уҡытырға була.
Динара Сердюченко: “Бер-беребеҙҙе бик яратабыҙ, һәр саҡ ярҙам итергә әҙербеҙ. Әлбиттә, тормош иптәшеңде һирәк күреп йәшәү еңелдән түгел, әммә хис-тойғоларыбыҙ алға атларға көс бирә. Мин һәр саҡ көтәм уны”.
Азамат менән Динара 2002 йылды уҡ танышып бер-береһенә ғашиҡ була. Ирекле тормошта улар бергә йәшәгән, тик енәйәт эшен ҡылған Азаматты төрмәгә ултырталар. Аҙаҡҡы алты йылда йәш парҙың осрашыуҙары график сәғәттәре буйынса колония бүлмәһендә генә үтә. Дини яҡтан да, рухи яҡтан да ғаилә тип иҫәпләнгән һөйөклөләрҙең апрелдә малайҙары тыуасаҡ.
Азамат Эшонҡулов: “Мин иректә булғанда уҡ бергә йәшәй башланыҡ. Барыһы ла яҡшы булыр тип ышанам. Оҙаҡламай беренсе балабыҙ буласаҡ”.
Холоҡ төҙәтеү колонияларында, төрмәләрҙә законлы никахҡа инеүселәр күп түгел, әммә Башҡортостанда йыл һайын унлап пар ғаилә ҡора. Ир менән ҡатын тип теркәлгәндәргә оҙайлы - өс көнлөк осрашыуҙар рөхсәт ителә.
Булат Мусин, холоҡ төҙәтеү колонияһының психологик лаборатория етәксеһе: “2018 йылда Башҡортостан буйынса барыһы 8 никах уҡытылды, быйыл был беренсе никах уҡытыусы пар. Хөкөм ителеүселәрҙең ғаилә ҡорорға теләге булһа колония етәкселегенә ғариза яҙырға ғына кәрәк”.
Никах уҡытылғас та, ҡарауылсылар кейәүҙе камераһына оҙата. Азаматҡа төрмәлә тағы ла биш йыл ултырырға ҡалған. Әммә йәштәр язаға тарттырылған ир йәй көнө үк ирекһеҙ тормош менән хушлашыр тип өмөтләнә, сөнки барыһы ла һәйбәт булһа Азамат колониянан ваҡытынан алда сығырға тейеш.