Өфө дәүләт нефть-техник университетында ҡайһы студенттар юғары стипендияға лайыҡ икәне билдәле булды. 2018 йылда университетҡа уҡырға ингән Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһында еңеүселәре һәм призерҙары егерме биш мең һум күләмендәге стипендия ала. Был хаҡта уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Беренсе курс дауамында юғары уҡыу йорто студенттарға ай һайын 25 мең һум күләмендә стипендия түләй. Ағымдағы йылда ярҙам күләме утыҙ мең һумға тиклем күтәрелә.
Башлыса, ӨДАТУ-на уҡырға ингән ваҡытта, олимпиада еңеүселәренә 7-10 балл өҫтәлә. Бөтә Рәсәй кимәлендә еңеүселәр юғары уҡыу йортона конкурсһыҙ үтә. Бындай ташламаға хоҡуҡ дүрт йыл дауамында һаҡлана, БДИ һөҙөмтәләре менән иҫбатлау талап ителмәй.