0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2019, 16:03

Радий Хәбиров сүп-сар сығарыу өсөн хаҡты арттырыу тураһында: «70 тип әйткәс, тимәк, 70!»

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктә сүп-сар сығарыу өсөн билдәләнгән хаҡты арттырыуға ҡырҡа ҡаршы булыуын белдерҙе.

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктә сүп-сар сығарыу өсөн билдәләнгән хаҡты арттырыуға ҡырҡа ҡаршы булыуын белдерҙе.
Бынан алда уның талабы буйынса төбәктә түбәндәге түләүҙәр билдәләнде: күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн сумма — 70 һумдан, ә ауылдарҙа һәм әлегәсә сүп-сар йыйыу системаһы ойошторолмаған тораҡ пункттарҙа 35 һумдан артмаҫҡа тейеш.
«Минең менән алып еткерелмәгән табыш тураһында һөйләшеүҙәр алып барырға кәрәкмәй! 70 тип әйткәс, тимәк, 70! Ә төбәк операторҙарының эш сифатын баһаларбыҙ әле. Әлегә уларҙан ҙур инвестиция һалыуҙы күрмәйем. Улар аҡса һалып, сүп-сарҙы сорттарға айырыу буйынса 20 завод төҙөһәләр, аңлайым, ул саҡта килһендәр, һөйләшербеҙ. Әлегә миңә уларға нисек ауыр икәнен әйтмәгеҙ», — тип билдәләне республика етәксеһе.
Ведомстволар республикала сүп-сар йыйыу тарифтарын һәм нормативтарын бер нисә тапҡыр ҡараны. Декабрҙә төбәк операторҙарының тарифтары 4-29% кәметелде. Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты декабрҙә яҡынса ошо хаҡтарҙы билдәләне: күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә — 70-тән алып 98 һумғаса, шәхси йорттарҙа йәшәүселәргә — 71-ҙән 100 һумға тиклем. Башҡортостан етәксеһе был суммалар менән ризалашманы.
Уҙған аҙнала республика Экология министрлығы республика биләмәһендә контейнер майҙансыҡтарын төҙөүгә бәйле сүп-сар сығарыу хаҡының артыуы тураһында хәбәр иткәйне.
Читайте нас: