Ғинуар һәм февралдә улар Малаяҙ, Бәләбәй, Мәләүез һәм Стәрлетамаҡта булды. Бөгөн Ишембай ҡалаһында утыҙға яҡын әмәлиәт яһалды. Тема дауамы беҙҙең сайтта.
Ишембай үҙәк район дауаханаһы бүлмәләре бөгөн пациенттар менән тулы. Ғәтифә Иҫәнғолова Ҡолғона ауылынан. Өфөгә күҙенә операцияға юллама булһа ла, оло йәштәге ханым бара алмай ҡалған. Бәхеткә күрә, бөгөн баш ҡала табиптары үҙҙәре килгән.
Ғәтифә Иҫәнғолова, Ишембай үҙәк район дауаханаһы пациенты: “Өфөгә алып барырға кешем юҡ. Һул күҙем күрмәй. Өфө хирургтарының бында килгәнен ишеткәс ҡыуанып килеп еттем”.
Әлфиә Фәттәхова, Ишембай үҙәк район дауаханаһы пациенты: “1983 йылдан мин был бүлектә дауаланам. Йөҙ процент күреү һәләтем юҡ ине. Бында хатта, һүҙ менән дә дауалайҙар”.
Өлкәндәрҙең күбеһен катаракта һәм глаукома сире борсой. Урында офтальмология буйынса сифатлы медицина ярҙамы алыу программаһы Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты тарафынан булдырылған.
Ольга Оренбуркина, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты хирургы: “Үҙебеҙҙең аппаратура менән килдек. Сирлеләргә бөтә операциялар бушлай. Мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса түләнгән аҡса Ишембай дауаханаһы иҫәбендә ҡала”.
Операциялар 15-20 минут эсендә үтә. Өфө күҙ ауырыуҙары институты хирургтары бер көндә утыҙға яҡын кешегә әмәлиәт яһаны. Ишембайҙа улар биш көн буйы булып 140 пациентты ҡабул итергә иҫәп тота.
Галина Зайцева, Ишембай үҙәк район дауаханаһы баш табибы урынбаҫары: “Офтальмология бүлеге мөдире Дилә Арыҫланова ай буйы ҡала һәм райондан операция яһарға кәрәкле сирлеләрҙе йыйҙы. Кәрәкле анализдар яһалды. Күреү һәләте насар булғас оло йәштәгеләргә Өфөгә барып йөрөү ҡатмарлыҡ тыуҙыра. Шуға был программа өсөн улар оло рәхмәтле”.
Артабан программа буйынса баш ҡала хирургтары Белорет, Сибай, Яңауыл, Туймазы һәм башҡа төбәктәргә юлланасаҡ. Проект республикала тәүге тапҡыр һәм ул күҙ ауырыуҙары буйынса операцияларға сиратты кәметергә, төбәктәрҙә йәшәүсе оло йәштәгеләргә был ярҙамды урында уңайлы шарттарҙа алырға мөмкинлек бирә.