«Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан идаралығы киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырыусылар хаҡында яңыртылған мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарҙы. 18 февралгә ҡарата рәсми рәүештә 37,8 мең сирле теркәлгән, уларҙың 23 меңе — балалар (60,8%).
«Республика халҡы араһында грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыу күрһәткесе эпидемик сиктән 56,5% юғары, унан алдағы аҙна менән сағыштырғанда 13% артҡан. 3-6 йәшлек балалар араһында эпидемик сиктең 16,4% күтәрелеүе күҙәтелә, мәктәп йәшендәгеләр һәм өлкәндәр араһында иһә 38% һәм 62%», — тип белдерҙе «Роспотребнадзор» белгестәре.
Әле Өфөлә 12,1 мең кеше ОРВИ һәм киҙеү менән сирләй, уларҙың 6,3 меңе — балалар. Был эпидемик сиктән 49% юғары. Артыу өлкәндәр (+ 53%) һәм 7-14 йәшлек балалар (+13%) иҫәбенә күҙәтелә.