Дәүләкәндә йәшәүсе ҡатын үҙ йортон һәм инвалид-ирен янғындан ҡотҡара. Асыҡланыуынса, бүлмәләрҙең береһендә йылытҡыс менән электр сымына ут ҡаба. Был хаҡта республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Бәхеткә, ҡатын ваҡытында янғынды күреп ҡала һәм тейешле саралар күрә. Тәү сиратта, ул йортта электр энергияһын һүндерә. Унан, тәҙрә аша ҡоролманы алып ташлай.
Ут сыҡҡан урынды дымлы сепрәк менән ҡаплай. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡатын шартлы рәүештә янғынға ҡаршы инструкция буйынса эш итә.