+23 °С
Ясна
Антитеррор
Новости
20 Февраль 2019, 11:19

Республика халҡы сүп-сар сығарыу өсөн түләүҙәрҙе ҡабаттан иҫәпләтә ала

Республика халҡы яңы коммуналь хеҙмәт- ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү өсөн түләү ҡағыҙҙары ала башланы. Ҡайһы бер абоненттар күрһәткестәрҙең ысынбарлыҡҡа тура килмәүе тураһында хәбәр итә.

Республика халҡы яңы коммуналь хеҙмәт- ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү өсөн түләү ҡағыҙҙары ала башланы. Ҡайһы бер абоненттар күрһәткестәрҙең ысынбарлыҡҡа тура килмәүе тураһында хәбәр итә.
Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, торлаҡ йортҡа теркәлгән кешеләр һаны тура килмәүе мөмкин. Был осраҡта граждандарға түләүҙе ҡабаттан иҫәпләтеү өсөн ғариза яҙып, төбәк операторына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғариза өсөн теркәү урыны бите менән паспорт күсермәһе, ғаилә составы йәки ваҡытлыса теркәү урыны тураһындағы белешмә кәрәк буласаҡ.
Документарҙы pr@erkcufa.ru электрон почтаһына йәки Өфө, Өфө райондары буйынса ҡаланың Берҙәм иҫәпләү-касса үҙәгенә тапшырырға мөмкин.
Читайте нас