+17 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
20 Февраля 2019, 08:51

Республикала ҡойоп һата торған һыра менән һатыу итеүгә сикләү индереү күҙаллана

Башҡортостанда торлаҡ йорттарҙа ҡойоп һата торған һыра менән сауҙа итеүҙе тыйыу күҙаллана. Был закон проекты асыҡ тыңлауҙар стадияһын үтә. Документты ҡабул итеү ағымдағы йылдың 1 июленә ҡаралған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда торлаҡ йорттарҙа ҡойоп һата торған һыра менән сауҙа итеүҙе тыйыу күҙаллана. Был закон проекты асыҡ тыңлауҙар стадияһын үтә. Документты ҡабул итеү ағымдағы йылдың 1 июленә ҡаралған.
Республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты тыйыуҙың инициаторы булып тора.Ведомство билдәләүенсә, һыра һатыу магазиндары йәмәғәт тәртибендә кире күренештәр тыуҙыра, йәштәр араһында алкоголь эсемлектәр ҡулланыуҙың кимәлен күтәрә, ә ҡайһы бер сауҙа нөктәләре санитар нормаларҙы үтәмәй. Закон проекты инициаторы билдәләүенсә, тыйыу менән енәйәтселек кимәлен дә кәметергә мөмкин буласаҡ.
Башҡортостанда 2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата алкоголь эсемлектәр менән һатыу итеүгә 1485 эшҡыуарҙың лицензияһы бар. Рөхсәтһеҙ рәүештә һыра һәм алкоголь эсемлектәр менән сауҙа итеү 5276 магазинда башҡарыла.
Фото: Интернет.
Читайте нас