-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Февраль 2019, 11:21

Башҡортостанда ауыл старосталарының эше рәсмиләштерелә

Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙа бөгөн уҙған түңәрәк өҫтәлдә һүҙ старосталар институтының торошо, үҫеше, был эшмәкәрлекте ҡанундар менән нығытыу хаҡында барҙы. Башҡортостанда старосталар институты 2000 йылдар барлыҡҡа килә, әммә был эшмәкәрлектең осо быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Башҡорттарҙа борондан ырыу, ҡор баштары булған. Халыҡ уларҙың фекеренә таянған, өлгө алған.

Әлеге старосталар иңендә лә йәмәғәтселекте ойоштороу,төрлө саралар уҙғарыу кеүек бурыстар ята. Халыҡ уларға төрлө һорауҙар менән дә мөрәжәғәт итә. Староста итеп абруйлы, хөрмәтле кешеләр ҡуйыла. Улар граждандар сходында һайлана. Федераль законда старосталар институты тураһындағы статья бар, ул 2018 йылдың апрелендә ҡабул ителгән. Хәҙер ошондай уҡ ҡанунды тәбәк кимәлендә лә ҡабул итеү ҡарала. Закон старосталарҙың эшмәкәрлеген көйләргә булышлыҡ итер, яңы мөмкинлектәр асыр тип көтөлә. Сөнки киләсәктә был эште алып барыусыларға матди дәртләндереү саралары, транспорт бүлеү һәм башҡа эш шарттары тыуҙырыу ҡаралған.
Миҙхәт Гәрәев, Ҡырмыҫҡалы районы Арыҫлан ауылы старостаһы: “Берәй фонд булһа эшләүе еңелерәк булыр ине, төрлө саралар ойошторғанда маитди сығымдар талап ителә, гел генә халыҡтан аҡса йыйып булмай. Бынан беҙҙең ауылдан ике Ленин ордены кавалеры бар, әле мин уларға таҡтаташ ҡуйҙырыу ниәте менән йөрөйөм”.
Әхәт Исламғолов, Көйөргәҙе районы муниципаль советы секретары: “Старосталар ауыл, район хакимиәтенең ярҙамсыһы булып сыға бит инде. Ауыл ниндәй эштәр булған, төҙөкләндереү булһынмы, халыҡ дружиналары, янғын хәүефһеҙлеге буйынсамы эш алып бара, собраниеларҙа ҡатнаша, халыҡтың мөрәжәғәттәрен хакимиәткә еткереп тора”.
Читайте нас: