Республика биләмәһендә теркәлгәндәр цифрлы ҡоролма һатып алған осраҡта, бер тапҡыр түләнә торған компенсацияға эйә. Түләү алырға ай һайын балалар пособиеһы алған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр,пенсияларына өҫтәлмә социаль түләү алған пенсионерҙар хоҡуҡлы. Был хеҙмәт менән Күп функциялы үҙәк шөғөлләнә.
Граждандар бер йортҡа бер тапҡыр ғына компенсация алыуға хоҡуҡлы. Компенсация алған гражданин менән бергә йәшәүселәр түләү алмаясаҡ. Түләү артынан ағымдағы йылдың 25 декабренә тиклем мөрәжәғәт иткән осраҡта, компенсация түләнә. Цифрлы ҡоролма 2019 йылда һатып алынырға тейеш.
Цифрлы ҡоролманың хаҡына ҡарап, компенсация күләме билдәләнә, сумма бер мең һумдан артмаясаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәтте Күп функциялы үҙәк офистарында белергә мөмкин.