-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2019, 18:44

1 июлдән мөмкинлектәре сикләнгән баланы ҡарау буйынса пособие күләме ике тапҡырға артыуы көтөлә

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда, инвалид балаларҙы ҡарау буйынса һәм бала саҡтан беренсе төркөм инвалидтарына пособие күләмен ике тапҡырға арттырыу тәҡдимен еткерҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда, инвалид балаларҙы ҡарау буйынса һәм бала саҡтан беренсе төркөм инвалидтарына пособие күләмен ике тапҡырға арттырыу тәҡдимен еткерҙе. Пособие бер нисә йыл индексацияланмай, ә хәҙер минималь түләү күләме ун мең һумға тиклем етәсәк. Үҙгәреш ағымдағы йылдың беренсе июленән үҙ көсөнә инә.
1 июлдән инвалид баланы ҡарау буйынса пособие күләме айына 5,5 мең һумдан ун мең һумға тиклем күтәреләсәк. Мөмкинлеге сикләнгән баланың йә әсәһе, йә атаһы ғына түләүҙе алыуға хоҡуҡлы. Уларҙың бер ҡайҙа ла эшләмәүе һәм тик бала менән генә шөғөлләнеүе шарт. Ҡурсалауға алынған инвалид бала өсөн дә йә әсәһе, йә атаһы ғына ошондай түләү алыуға эйә. Әгәр ҙә ата-әсә эшләһә, ә ауырыу баланы башҡа кеше ҡарай икән, улар өсөн түләү 1200 һум тәшкил итә, был сумма үҙгәрмәй.
Йәш ярымы тулғансы беренсе һәм икенсе бала өсөн пособие алыуға аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр генә эйә.
Читайте нас: