+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2019, 16:48

Өфөлә 1 июлдән йәмәғәт автобустары ҡул аҡсаһыҙ иҫәпләшеүгә күсергә тейеш

Башҡалала беренсе июлдән пассажирҙарҙы ташыусылар контроль-касса аппаратын ҡулланыуға күсергә тейеш. Был хаҡта Өфө ҡала хакимиәтенең Транспорт һәм элемтә идаралығы начальнигы урынбаҫары Владимир Петров хәбәр итте.

Башҡалала беренсе июлдән пассажирҙарҙы ташыусылар контроль-касса аппаратын ҡулланыуға күсергә тейеш. Был хаҡта Өфө ҡала хакимиәтенең Транспорт һәм элемтә идаралығы начальнигы урынбаҫары Владимир Петров хәбәр итте.
Владимир Петров һүҙҙәренсә, белгестәр контроль-касса машиналарын ҡулланыуға күсеү бер аҙ ҡыйынлыҡтар тыуҙырыуы ихтимал, тип белдерә. Әлеге ваҡытта ҡул аҡсаһыҙ иҫәпләшеү «Башавтотранс» автобустарында,трамвайҙарҙа һәм троллейбустарҙа эшләй. Пассажирҙарҙың яҡынса утыҙ проценты карталар менән ҡуллана.
Транспорттарҙың бар төрҙәрендә транзакцияларҙы контролдә тотасаҡ түләү системаһын булдырыу мөһим. Әле дүрт пассажирҙар ташыусы ойошмала «Уңайлы маршрут» берҙәм транспорт системаһы эшләй. «Башҡортостандың социаль картаһы»нда пенсионерҙар һәм ташламаға эйә граждандар өсөн берҙәм тариф ҡулланыла.
Александр Гусев, «Башҡорт социаль карталар регистры» АО-һының генераль директоры
Шулай уҡ, карта аша юл хаҡын түләргә мөмкинлек биргән электрон янсыҡ тарифын, бер сәғәт эсендә бер тапҡыр ғына түләп, бер нисә тапҡыр автобуста йөрөү өсөн «сәғәтле тариф» индереү күҙаллана. Проект Мәскәү һәм Санкт-Петербург миҫалында тормошҡа ашырыласаҡ.
Читайте нас: