+17 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
26 Февраля 2019, 08:00

Коллегаһының намыҫынан көлөүҙә ҡатнашыуҙа ғәйепләнгән элекке полиция хеҙмәткәренә хөкөм сығарылды

Өфөнөң Совет районы судында коллегаһының намыҫынан көлөүҙә ҡатнашыуҙа ғәйепләнгән элекке полиция хеҙмәткәре Эдуард Матвеевҡа ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды. Эдуард Матвееев 30 апрелгә тиклем һаҡ аҫтында ҡала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөнөң Совет районы судында коллегаһының намыҫынан көлөүҙә ҡатнашыуҙа ғәйепләнгән элекке полиция хеҙмәткәре Эдуард Матвеевҡа ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды. Эдуард Матвееев 30 апрелгә тиклем һаҡ аҫтында ҡала.
Эске эштәр министрлығының элекке полковнигы суд бинаһына иртә менән конвой автомобилендә килтерелде. Ул был юлы элеккесә журналистарҙан йәшенмәне, киреһенсә, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Ул үҙен ғәйепһеҙ, миңә кемдер аяҡ салды тигән фекерҙә. Суд залына үтеп барғанда Эдуард Матвееев журналистарға: "ғәҙеллек урынлаштырырға ярҙам итегеҙ!" тип мөрәжәғәт итте.Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, енәйәт эше тулыһынса фальсификацияға ҡоролған.
Рөстәм Ибраһимов, Эдуард Матвеевтың адвокаты: “Яҡлаған кешегә бәлә яғыуҙары нигеҙһеҙ тип уйлайым, уның һаулығы буйынса экспертиза тәғәйенләнек, әммә уны яңғыҙ камерала тотоуҙарына сикләүҙәр юҡ, күреүегеҙсә, Эдуард Матвеев үҙ аяҡтарында йөрөй шуныһы иң мөһиме”.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр октябрҙә 23 йәшлек дознователь полиция бүлегенә Башҡортостандың Өфө районы буйынса миграция бүлеге бинаһында өс коллегаһы тарафынан мәсхәрәләнеүе хаҡында ғариза яҙа. Күп тә үтмәй был ваҡиғала ҡатнашыусылар вазифаһынан бушатылып, енәйәт эше буйынса ҡулға алына.
Радим Вәлиев: “Мин Эдуард Матвеевты кеше булараҡ яҡшы беләм һәм ышаныс менән әйтә алам, уны булмаған эштә ғәйепләйҙәр”.
Өфөнөң Совет районы суды Эдуард Матвеевты 30 апрелгә тиклем һаҡ аҫтында ҡалдырыу тураһында ҡарар сығарҙы. Ғәйепләнеүсенең адвокаты Әсләм Халиҡов өс көн эсендә аппеляцион ялыуҙы юғары судҡа ебәрәсәктәре хаҡында белдерҙе.
Әсләм Халиҡов, Эдуард Матвеевтың адвокаты: “Суд ҡарары нигеҙендә яҡланыусыбыҙ 30 апрелгә тиклем һаҡ аҫтында буласаҡ. Беҙ ялыуҙы Юғары Судҡа аппелицияға ебәрәсәкбеҙ”.
Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында был енәйәт эше Бөтә Рәсәйҙе шаңҡытты. 23 йәшлек дознаватель ҡыҙҙың ғаризаһынан һуң, өс полиция хеҙмәткәре лә вазифаһынан бушатылды һәм исемдәренән мәхрүм ителде. Дознаватель эш урынындағы насар ҡылыҡтары өсөн, Эске эштәр министрлығынан эшенән бушатылған. Ошо көндәрҙә был енәйәт эше буйынса суд ултырышы тағы ла ике ғәйепләнеүсенең Павел Еремин менән Салауат Ғәлиевтарҙың эшен ҡараясаҡ.
Һорау алыусыны көсләү буйынса енәйәт эшен ҡарау ябыҡ ишектәр артында үтте. Журналистарҙы унда индермәнеләр. Суд ҡарары менән ғәйепләнеүсе Эдуард Матвеев 30 апрелгә тиклем һаҡ аҫтында ҡаласаҡ. Ғәйепләнеүсенең ике адвокаты ла Республика Юғары судына аппеляцион ялыу яҙасаҡтары хаҡында белдерҙе.
2:22
Читайте нас