+23 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
26 Февраля 2019, 08:23

Республикала йәштәр бер йыл алдан никах көнө ваҡытын билдәләй ала

Башҡортостанда йәштәр никах туйы көнөн бер йыл алдан һайлап ҡуя ала. Яҡын арала республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаттары закон проектын тикшерәсәк.

Башҡортостанда йәштәр никах туйы көнөн бер йыл алдан һайлап ҡуя ала. Яҡын арала республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаттары закон проектын тикшерәсәк.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев хәбәр итеүенсә, быға тиклем Ғаилә кодексы буйынса ЗАГС-ҡа күҙалланған датаға бер ай ваҡыт ҡалғас ҡына ғариза яҙырға мөмкин була. Хәҙер был норманы бер йылға тиклем үҙгәртеү тәҡдим ителә, шул уҡ ваҡытта билдәләнгән көндө һәм ваҡытты һайлау йәштәр артынан ҡала.
Белгсетәр һынауынса, бындай ысул ЗАГС хеҙмәтенең эшен еңеләйтәсәк. Шулай уҡ, никахҡа инеүселәр өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырыласаҡ. Ғариза тапшырыу ваҡытын арттырыу туйға әҙерлек тәртибен ябайлаштырасаҡ.
Читайте нас