Өфө ҡала хакимиәтендә оператив кәңәшмә үтте. Кәңәшмәлә мөһим мәсьәләләрҙең береһе- яҙғы ташҡынға әҙерлек һорауы күтәрелде. Был хаҡта ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе хәбәр итте.
Әле Өфө райондары хакимиәттәрендә ағымдағы йылға яҙғы ташҡынға ҡаршы пландар әҙерләнә. Бар райондарҙа ла ташҡынға әҙерлек буйынса ултырыштар ойошторола.
Өфөлә ваҡытлыса урынлашыу өсөн 54 пункт, 11 күҙәтеү постын һәм 24 ташҡынға ҡаршы штаб ойоштороу күҙаллана. Әле ҡала биләмәһендә 12 гидротехник ҡоролма урынлаштырылған. Бар ҡоролмаларҙа ла ревизия үткән, улар яҙғы ташҡынға әҙер тип табыла.