+23 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
27 Февраля 2019, 06:40

Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙар өсөн тупланма раҫланды

Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙар өсөн кейем-һалым тупланмаһы раҫланды. 25 февралдә Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бойороҡҡа ҡул ҡуя.

Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙар өсөн кейем-һалым тупланмаһы раҫланды. 25 февралдә Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бойороҡҡа ҡул ҡуя.
Тейешле документ рәсми мәғлүмәт порталында баҫылып сыға. Яңы комплект хаҡы 1,6 мең һумдан артмаясаҡ. Быға тиклем сабыйҙар өсөн кейем-һалым тупланмаһы 1,18 мең һум тәшкил итә.
Тупланма составына йомшаҡ юрған, башҡорт орнаменттары элементтары менән сигелгән йүргәк,өҫлө-аҫлы өҫ һөм баш кейемдәре инә. Шулай уҡ Республика Башлығы исеменән ҡотлау хаты ла бар. Һуңғы тапҡыр состав бынан биш йыл элек үҙгәртелә.
Читайте нас