Башгидрометүҙәк мәғләүмәттәре буйынса, иртәгә, 27 февралдә, республикала болотло һауа торошо көтөлә. Көндөҙ бер аҙ ҡар яуыуы һәм еңелсә буран сығыуы ихтимал.
Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 14° һалҡын, ҡайһы бер райондарҙа -20°, көндөҙ туғыҙ градус һалҡын.
«Алдағы ике көндә республикала йылы һауа торошо көтөлә», - тип белдерҙе Башгидрометүҙәк.