Башҡортостанда март айының тәүге декадаһында «Бурыслы» операцияһы старт ала. Сара төбәктең дәүләт автоинспекцияһы тарафынан ойошторола.Был хаҡта республика буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хәбәр итә.
ЮХХДИ хеҙмәткәре автоһәүәҫкәрҙәрҙе мәғлүмәттәр базаһында тикшерәсәк. Түләнмәгән штраф булыуы асыҡланған осраҡта, административ материал тултырыла. Судта ғәйеплене 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыуҙары ихтимал.
Йыл башынан алып ваҡытында бурыстарын түләмәгән ике меңдән ашыу автоһәүәҫкәрҙе яуаплылыҡҡа тарттыралар. Республика буйынса ЮХХДИ водителдәргә ҡағиҙәләрҙе боҙмаҫҡа һәм ваҡытында штрафтарҙы түләп барырыға кәңәш итә.