Архангел районының Приураловка ауылы халҡына дәүләт иҫәбенә тәүге спутник тәрилкәләре ҡуйылды. Цифрлы эфир телевидениеһы зонаһында йәшәмәгәндәргә спутник ҡорамалын һатып алыуҙа һәм ҡуйыуҙа дәүләт ярҙамы күрһәтелә.
Ярҙамға граждандарҙың ике категорияһы хоҡуҡлы: пенсияһына федераль социаль өҫтәмә алған пенсионерҙар һәм аҙ тәьмин ителгән балалы ғаиләләр.
«Әлеге ваҡытта спутник ҡорамалын һатып алыуға һәм ҡуйыуға 300-ҙән ашыу ғариза килгән. Ғаризалар 3 июнгә тиклем ҡабул ителә. Ярҙамға хоҡуҡлыларҙың барыһын да муниципаль берәмектәрҙәге яуаплы кешеләргә мөрәжәғәт итергә саҡырам, улар тейешле документтар пакетын тултырырға ярҙам итер», — тине республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов.