+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
28 Февраля 2019, 08:24

Рәсәйҙә бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы артырға тейеш

Бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы күтәрелергә тейеш.

Бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы күтәрелергә тейеш. Ил Башлығы билдәләүенсә, хеҙмәт хаҡы артырға тейеш, сөнки граждандарҙың килеме туранан-тура иҡтисади үҫешкә бәйле. Был хаҡта Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе.
Владимир Путин һүҙҙәренсә, хеҙмәт хаҡының артыуы мөһим. Илдә 40 миллиондан ашыу граждандар-хәрбиҙәр, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм эш урындары булмаған хаҡлы ялдағылар билдәләнгән килем ала.
Иҡтисад хәле туранан-тура Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең килеменә бәйле. Шул иҫәптән, бөгөнгө көнгә тағы ла яҡынса 70 млн кеше сәнәғәт, ауыл хужалығы, хеҙмәтләндереү өлкәләрендә эшләй йәки ҙур булмаған эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
Владимир Путин, РФ Президенты
Ил Башлығы билдәләүенсә, илдә хеҙмәт хаҡы артыуы өсөн тәү сиратта сифатлы мәшғүллек, юғары хеҙмәт хаҡы түләнгән эш урындары һәм эшҡыуарлыҡ ирке булыуы мөһим.
Читайте нас