Бөгөн Башҡортостанда 1319 дөйөм белем биреү ойошмаһы бар (шуға өҫтәп филиалдар һәм 17 һөнәри ойошма). Шуларҙың 39-40% социаль педагогтар һәм психологтар менән тәьмин ителгән. Был турала республика Йәмәғәт палатаһының мәктәп буллингына ҡаршы эш итеүгә арналған түңәрәк өҫтәлендә Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге етәксеһе Вәсилә Абдрахманова хәбәр итте.
«Тимәк, әле республикала 500-ҙән саҡ ҡына күберәк педагог-психолог эшләй, – тип билдәләне Башҡортостандың Мәғариф министрлығы вәкиле. – Ләкин был мәсьәләлә алға китеш бар. 2018 йылда 80 кеше республика мәктәптәрендәге социаль педагог һәм психолог вакансияларын биләне».
Вәсилә Абдрахманова һүҙҙәренсә, Мәғариф министрлығы алдында 2020 йылға Башҡортостандың бөтә мәктәптәрен психологтар менән тәьмин итеү бурысы тора.
Шуны билдәләп үтәйек: мәктәптәрҙә психологтар етешмәүе проблемаһын буллинг мәсьәләһе сиктәрендә тикшерҙеләр. Эшсе төркөм белгестәре һәм ҡатнашыусылары билдәләүенсә, мәктәп буллингын иң беренсе социаль педагогтар асыҡларға һәм көрәшә башларға тейеш.