Республикала торлаҡ алыу өсөн аҡса туплау программаһын финанслау ике тапҡырға арта. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмә барышында хәбәр иттеләр. Ағымдағы йыл башынан алып, төбәк программаһын финанслау 2,5 тапҡырға арта һәм 235,6 млн һумға барып етә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, социаль программала ҡатнашыу өсөн бар сикләүҙәрҙе алғандан һуң, ҡатнашыусылар һаны 10-11 мең кешегә тиклем артыуы күҙаллана.
Илшат Тажитдинов, премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бойороғо буйынса, ағымдағы йылдың 1 мартынан программала ҡатнашыу өсөн бар сикләүҙәр алына.
Быға тиклем программала торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандар, шулай уҡ, балалы ғаиләләр һәм 35 йәшкә тиклем яңы никахҡа ингән йәштәр ҡатнаша ала.
2014 йылдан алып төбәктә торлаҡ алыу өсөн аҡса туплау программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. 2017 йыл уртаһынан программала ҡатнашыусылар торлаҡ алыу өсөн ташламалы процент ставкаһы менән кредит ала башлай. Әлеге ваҡытҡа 1300 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға өлгәшә.