«Башавтотранс» ДУП-ының планы раҫлана. Документҡа берҙәм транспорт картаһын индереү, тариф сәйәсәтен әҙерләү, ребрендинг һәм составты яңыртыу кеүек саралар инә. Был хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Быйылғы йылда автотранспорт предприятиеһы 177 яңы автобус һатып аласаҡ, уларҙың йөҙө киләһе айҙа ҡайтарыласаҡ. Автопарк тулыланғандан һуң, 60 иҫке транспорт сараһын иҫәптән аласаҡтар. Планды тормошҡа 611,2 млн һум аҡса бүленә.
Документ, шулай уҡ, түләй алыу һәләтеген тергеҙеүгә, килемдең артыуына һәм пассажирҙарҙың лояллегенә йүнәлтелә. План сығымдарҙың кәмеүен һәм предприятиеның зыянһыҙ эшләй башлауын күҙаллай.