-2 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
4 Марта 2019, 14:04

Республикала һәр үлемесле авария махсус комиссия тарафынан тикшереләсәк

Башҡортостанда һәр үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы махсус комиссия тарафынан тикшереләсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда һәр үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы махсус комиссия тарафынан тикшереләсәк. Төбәктә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән үҙ-ара бәйләнеш булдырыуҙың яңы ысулы индерелә. Был хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе хәбәр итте.
Хәҙер үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы урынында махсус комиссия эшләйәсәк. Эштәр ике эш тәүлеге осоронда башҡарыласаҡ. Комиссия составына муниципалитет, юл хужалығы, биләмәне хеҙмәтләндереү буйынса башҡарыусы ойошма вәкилдәре инә.
Тәүлек эсендә комиссия хәлде төҙәтеү буйынса тәҡдимдәр индерергә тейеш. Етәкселәр фекеренсә, был саралар авариялар һанын кәметеүгә һәм юлдарҙа хәүефһеҙлекте арттырыуға булышлыҡ итеүе мөмкин.
Читайте нас