Төбәк Хөкүмәтендә барған оператив кәңәшмә барышында, премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажитдинов торлаҡ алыу өсөн аҡса туплау программаһын тормошҡа ашырыу буйынса мәғлүмәт бирҙе.
Илшат Тажитдинов һүҙҙәренсә, программа йылына 6- 7 процент менән ипотека алырға мөмкинлек бирә. Башҡортостанда 1,3 мең ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшырта. Әлеге көнгә программала яҡынса дүрт мең ғаилә ҡатнаша. Ипотеканың процент ставкаһын 5-5,5 процентҡа тиклем кәметеү күҙаллана.
Республика Башлығы билдәләүенсә, был программаны популярлаштырыу мөһим.
Бөгөн,4 мартта,Республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә үтә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика етәкселәре менән сираттағы кәңәшмә уҙғара.