+25 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
4 Марта 2019, 06:24

Террористарҙа тотҡонда булғандар: «Унда ислам юҡ, унда үлтереш, бурлыҡ һәм оятһыҙлыҡ»

Уларға ирҙәре бәхетле тормош, яҡты киләсәк вәғәҙә иткән. Әммә шул уҡ ваҡытта үҙ ҡулдары менән һуғыш тамуғына индерә. Унда ислам юҡ, унда үлтереш, бурлыҡ һәм оятһыҙлыҡ, ти террорсыларҙың сит илдәрҙән ҡасып ҡайтҡан элекке ҡатындары. Террор тотҡононан нисек ҡотолғандар улар?

Уларға ирҙәре бәхетле тормош, яҡты киләсәк вәғәҙә иткән. Әммә шул уҡ ваҡытта үҙ ҡулдары менән һуғыш тамуғына индерә. Унда ислам юҡ, унда үлтереш, бурлыҡ һәм оятһыҙлыҡ, ти террорсыларҙың сит илдәрҙән ҡасып ҡайтҡан элекке ҡатындары. Террор тотҡононан нисек ҡотолғандар улар? Тыуған яҡтарына ҡайтыу өсөн ниндәй михнәттәр күрергә тура килгән? Улар был ҡурҡынысты йөҙҙәрен йәшереп кенә һөйләргә риза булды.
Әминә өсөн хәҙер сәйҙән дә татлы эсемлек юҡ. Һуңғы алты йылын үткәргән ерҙә уларға бер йотом һыуға сарсап йәшәргә тура килгән. Балалар өсөн тәм-том, татлы ризыҡтар, һый тураһында һөйләп тораһы ла түгел.
Уйынсыҡтарға ҡарағанда, балалар ҡоралды йышыраҡ күрә. Хатта, тиҫтерҙәре лә был илдә уйынсыҡ түгел, ысын автоматтар тоторға мәжбүр була. Ә иң хәүефһеҙ урын баҙ аҫты ине, тип хәтерләй Әминә.
Әминәне һуғыш барған илгә ире Абдулла алдап алып сыға. Йәнәһе лә, Төркиәгә эш буйынса бара, ә ғаилә был мәлдә ял итәсәк. Әммә барған ерҙә зәңгәр диңгеҙ түгел, ҡоро сүллек булып сыға.
Әминәне ире Пакистан менән Афғанстан сигендәге танылмаған ил-Вәзиристанға алып барған була. Донъяның иң ҡурҡыныс һәм хәүфеһеҙ төбәге һаналған илгә яҡташыбыҙ Әлфиә лә барып эләгә. Ҡатын сит илгә ире менән бәхетле тормош эҙләп сығып китә. Дини кешеләр Ислам көслө булған ерҙә йәшәргә тейеш, тип ышандыра уны иптәше.
Әлфиә хәҙер ҡоралланған кешеләрҙән ҡасып нисә йорт алмаштырғандарын да хәтерләмәй. Бындай хәлдә ҡалғандар һуғыш барған ерҙә иҫәпһеҙ-һанһыҙ була. Төрлө тарафтарҙан килгән ғаиләләр йәмәғәттәргә бүленеп йәшәй. Яҡташтарыбыҙ, башлыса Татарстан һәм Башҡортостандан барған ғаиләләр тупланған Болғар йәмәғәтендә була.
Ҡатындар сит илгә барғас та хәләл ефеттәрен бик һирәк күрә башлай. Ете ят кешеләр араһында балалары менән бер үҙҙәре йәшәргә мәжбүр була.
Әминәгә Әлфиәгә ҡарағанда ла ауырға тура килә. Әлфиәнең тормош иптәше хәлде аңлап ҡатынына үҙе ҡайтырға тәҡдим итһә, Әминә әсирлектә кеүек йәшәй.
Ире үлеп ҡалғандар бында тол ҡатындар йортона эләгә. Унда улар дүрт ай буйына кеше күҙенә күренмәй ултырырға тейеш. Был осорҙа ҡатындың йөклө булыу-булмауы асыҡлана. Үлгән иренән балаға уҙмағандарға кейеүгә сығыу рөхсәте бирелә.
Тол ҡатындар йортонан сыҡҡас та Әминә ҡатыу яғын ҡайғырта башлай. Урындағы Әмир ярҙамы менән ул Афғанстан яғына юллана. Ләкин юлда уны ауырлыҡтар көтөп кенә тора. Ҡатын балалары менән бергә әсирлеккә эләгә. Үлемдән уны ҡасандыр апаһының китаптарынан уҡып алған табип белеме генә ҡотҡара.
Әсирлектә Әминә балаһын урындағы мәктәпкә уҡырға бирә. Улының телде үҙләштереүе арҡаһында ғына улар операция яһатырға кәрәк тип алдап ҡалаға сыға ала. Ә унда инде күҙәтеүселәрҙән ҡасып Рәсәй вәкиллегенә барып етә ала.
Әлфиәгә ҡайтырға ире үҙе ярҙам итә. Тәүбәһенә килгән Альберт баларының киләсәген ҡайғырта. Ғаиләһенә документтар эшләп биреп һәр яҡлап ярҙамлаша. Ләкин үҙе ҡалырға ҡарар итә. Ошо көндән башҡа улар күрешкәне юҡ.
Әлфиә тыуған Башҡортостанына 8 йыл элек ҡайтҡан, Әминә иһә быйыл ғына яҡындарын күреү бәхетенә ирешкән. Әммә ниндәй михнәттәр аша. Ә бит күптәр өсөн ул илдәрҙән кире сығыу юлы бөтөнләй ябыҡ.
Читайте нас