Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн байрам итеүгә бәйле 5 марттан Башҡортостанда пенсияларҙы һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе ваҡытынан алда таратыу башлана.
Рәсәй Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, «Рәсәй почтаһы» хеҙмәткәрҙәре пенсияларҙы һәм социаль түләүҙәрҙе 5,6,7,9 мартта тарата.
11 марттан пенсиялар билдәләнгән графикка ярашлы бирелә.
Кредит ойошмаларына аҡса килешеүҙә билдәләнгән ваҡытта, 12 марттан башлап күсерелә, тип өҫтәнеләр Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.