Бөгөнгә 2 миллион 200 мең ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә. Ир-егеттәр 66 меңгә аҙыраҡ. Шул уҡ ваҡытта малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда күберәк тыуа. Яҡынса 25-30 йәштәргәсә ир-егеттәр күберәк. Һуңынан ҡатын-ҡыҙҙар һаны арта бара. Оло йәштәрҙә гүзәл зат вәкилдәре ике тапҡырға күберәк.