+26 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
5 Марта 2019, 12:18

Иртәгә төбәктә епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы күҙаллана

Алдағы көндәрҙә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо һаҡланасаҡ. Болотло һауа торошо, ямғыр, епшек ҡар яуыуы көтөлә. Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итә.

Алдағы көндәрҙә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо һаҡланасаҡ. Болотло һауа торошо, ямғыр, епшек ҡар яуыуы көтөлә. Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итә.
Метеорологтар мәғлүмәттәре буйынса, айырым райондарҙа төнгө һөм иртәнге ваҡытта буран сығыуы, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, еңелсә боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә ете градус һалҡын, көндөҙ өс градус йылы.
«Етенсе мартта һауа торошо үҙгәрмәйәсәк, киләһе көндә яуым-төшөм туҡтаясаҡ, һауа температураһы түбәнәйәсәк», - тип хәбәр итә Башгидрометүҙәк.
Читайте нас