Башҡортостанда бөгөн болотло һауа торошо көтөлә. Көндөҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал. Республиканың айырым райондарында иртәнге ваҡытта буран сығыуы, боҙлауыҡ булыуы, сымдарға һәм ағастарға ҡар һырынтыһы ятыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан секундына 8-13 метр тиҙлектә иҫәсәк, ваҡыты менән ел тиҙлеге секундына 23 метрға етеүе ихтимал. Һауа температура көндөҙ - 2 градустан алып + 3 градусҡаса.
Республикала 7 мартта епшек ҡар яуыуы, айырым райондарҙа ағастарға, сымдарға ҡар һырыуы, еңелсә боҙлауыҡ булыуы һәм буран сығыуы күҙаллана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, төндә көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ 0 градустан алып - 5 градусҡа тиклем.
8 мартта төндә бер аҙ ҡар яуасаҡ, көндөҙ яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -10 градустан алып -15 градусҡаса. Көндөҙ – 2 градустан - 7 градусҡа тиклем.