Рәсәйҙә ҡышты оҙатыу байрамдары үтә. Өфөнөң йөҙөнсө балалар баҡсаһында майлы ҡоймаҡ бешереп ҡышты оҙатыу татнанаһы ойошторолдо. Яҙҙы ҡаршылау байрамы күңелле спорт уйындарынан башланды. Теремек бәләкәстәр береһенән-береһен уҙҙырып эстафетала ярышты. Һуңынан әйлән-бәйлән, шишмәкәй, арҡан тартыу кеүек халыҡ уйындарында ҡатнашты.
Мария Донцова: “Байрамды көтөп алабыҙ,әсәйем боронғо рецепт буйынса ҡоймаҡ бешерҙе”.
Малай-ҡыҙҙар ҡышты оҙатыу байрамына ентекле әҙерләнгән. Ай алдан ата-әсәләре менән бергә сағыу костюдар хәстәрләгән, өләсәйҙәренән боронғо яулыҡтар алып ябынған, байрамдың онотолмаҫ һыйы крәндилдәр аҫҡан. Әммә ҡайһы бер бәләкәстәр яҙҙы ҡаршылау хаҡында бик аҙ белә булып сыҡты.
Марина Гурьянова, тәрбиәсе: “Масленница байрамын балалар көтөп ала. Беҙ йырҙар, шиғырҙар өйрәндек, төркөмдө биҙәнек. Беҙгә яҙбикә тиҙерәк килһен өсөн бөтәһен дә эшләнек”.
Балаларҙың байрамы күңелле һәм иҫтә ҡалырлыҡ булып үтһен өсөн тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр төрлө рецепттар буйынса ҡоймаҡ бешергән.
Светлана Чанышева, тәбиәсе: “Байрамға ҡоймаҡты традицион рецепт менән эшләнек. Ҡоймаҡ рецепты бик ябай: он,һөт, шәкәр, тоҙ һәм йомротҡа, һәм тәмле итеп табала бешерәбеҙ”.
Масленница байрамына арналған төп саралар ял көндәрендә лә үтәсәк. 9 мартта Орджоникидзе мәҙәниәт йорто майҙанында, Дим биҫтәһендә байрамдар уҙғарыу ҡаралған. Йәкшәмбе иһә һалам ҡарасҡыны яндырыу йолаһы ҡаланың бөтә райондарында ла башҡарыласаҡ. Ҡышты тантаналы оҙатыу шулай уҡ Дуҫлыҡ монументында, Конгресс-холл майҙаны алдында, ә күләмле сара Яҡутов паркында ойоштороласаҡ.
Ҡышты оҙатыу байрамына йөҙөнсө балалар баҡсаһында ошондай ҡабарып торған ҡоймаҡ бешергәндәр. Ҡоймаҡ ул сағыу яҙғы ҡояш һәм ҡышты уңышлы итеп үткәреү билдәһе. Сарала етмешләп бала ҡатнашты. Улар бөтәһе лә оҙон һалҡын ҡышты сир-сырхауҙарһыҙ һәм имен-аман үткәргән.