Өфөлә ЮХХДИ-ның Район-ара теркәү-имтихан бүлеге (Октябрь проспекты, 147) байрам көндәрендә эшләү графигын баҫтырып сығарҙы. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ЮХХДИ-ның теркәү-имтихан бүлегендә граждандарҙы 9 мартта иртәнге сәғәт 9-ҙан 5-кә тиклем ҡабул итәләр. Был көндө транспортты теркәргә, водитель танытмаһын алырға һәм алмаштырырға мөмкин. 8 һәм 10 мартта ЮХХДИ-ның Район-ара теркәү-имтихан бүлеге хеҙмәткәрҙәре ял итә.