Өфө-Дим метеостанцияһында алтынсы мартта һауа температураһының абсолют максимумы теркәлә.
Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, һауа температураһы +3,7 градусҡа тиклем күтәрелә. Бындай йылы һауа торошо бынан 49 йыл элек теркәлә. Тағы ла 1970 йылда һауа температураһының абсолют максимумы (+3,4 градус) күҙәтелә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәктә байрам көндәрендә яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы төндә ун ике градус һалҡын, айырым райондарҙа -25°. Көндөҙ ете градус һалҡын.
Туғыҙынсы мартта республикала бер аҙ ҡар яуыуы, көндөҙ ямғыр көтөлә. Еңелсә буран сығыуы, боҙлауыҡ булыуы ихтимал.